Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Апрель 2023, 12:30

Яңауыл йүнселе юл буйы сервисын үҫтерергә ниәтләй

Кафе "Нефтекама - Яңауыл" юлында буласаҡ

Яңауыл йүнселе юл буйы сервисын үҫтерергә ниәтләй
Яңауыл йүнселе юл буйы сервисын үҫтерергә ниәтләй

Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президента Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы, район етәкселеге бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендә даими осраша.

Ошо көндәрҙә Регина Муллабирҙина “Йәмәғәт туҡланыуы пунктын асыу. Юл буйы сервисы” проектын тәҡдим итте. Объектты асыу урынын йүнсел алдан күҙаллаған: “Нефтекама – Яңауыл” төбәк әһәмиәтендәге юлында төҙөлөп бөтмәгән бина бар. Кафены эшҡыуар шунда ойоштормаҡсы.

Район хакимиәтендәге осрашыуҙа йүнсел белгестәрҙән консультация алды, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына күрһәтелгән дәүләт һәм муниципаль ярҙам төрҙәре, юл буйы сервисы объектының эш итеү шарттары менән танышты.

 

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/437255#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: