Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Апрель 2023, 12:30

Шаҡша күперен төҙөкләндереү башлана

Күперҙең ярты яғында хәрәкәт итеү тыйыла.

Шаҡша күперен төҙөкләндереү башлана
Шаҡша күперен төҙөкләндереү башлана

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Шаҡша ҡасабаһы янындағы Ҡариҙел йылғаһы аша автомобиль күперен капиталь төҙөкләндереүҙе башҡарыуға “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте менән муниципаль килешеү төҙөлдө. Аҡса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, федераль, республика һәм ҡала бюджеттарынан бүленә.

Күперҙең оҙонлоғо – 440,82 метр. Ремонт барышында уң яҡ ярҙағы өрлөк-бағаналарҙы бер бөтөн металл эстакадаға алмаштырыу ҡарала. Подряд ойошмаһы ошо арала төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу графигын әҙерләп, уны халыҡҡа еткерәсәк. Әйткәндәй, капиталь ремонт осоронда күперҙең яртыһында хәрәкәт итеү тыйыла. Шуға күрә Өфө халҡына һәм баш ҡала ҡунаҡтарына маршрутты алдан уҡ күҙалларға кәрәк.

Муниципаль килешеү буйынса эш 2025 йылдың февралендә тамамланырға тейеш.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/438575#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: