Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Апрель 2023, 09:30

Башҡортостан етештереүселәренең тауарҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған

Быйыл халыҡ-ара күргәҙмәлә 26 илдән 280-дән ашыу компания, шул иҫәптән Рәсәйҙән 38 предприятие ҡатнашты.

Башҡортостан етештереүселәренең тауарҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған
Башҡортостан етештереүселәренең тауарҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған

“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты дипломанттары Үзбәкстанда XXII “Аҙыҡ-түлек, ингредиенттар һәм етештереү технологиялары - UzFood 2023” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты. Мәҫәлән, Ташкент күргәҙмә майҙансығында дипломанттар ҡымыҙ, бал косметикаһы, йәшелсә-емеш консервалары, сәй, үләндәр, сироптар, бәлзәмдәр, кондитер ризыҡтары, шытып сыҡҡан иген продукцияһы, макарон һәм ярымфабрикаттар тәҡдим итте.

– Халыҡ-ара күргәҙмәлә “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проектының ете дипломанты ҡатнашты. Был сара уларға баҙар үҙенсәлектәрен өйрәнергә, яңы идеялар алырға һәм эшлекле бәйләнештәр булдырырға мөмкинлек бирҙе, – тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Күргәҙмәлә ҡымыҙ һәм ҡымыҙ продукты етештереү менән шөғөлләнгән “Башҡортостан ҡымыҙы” йәмғиәте; умартасылыҡ һәм бал косметикаһы продукттары етештереүсе “Урал” йәмғиәте; “Бүздәк” сауҙа маркаһы аҫтында соустар, кетчуптар, томат пастаһы, һурпалар, һуттар, майонез, емеш-еләк һәм йәшелсә-емеш консервалары етештереүсе “Пищепром” йәмғиәте үҙенең тауарҙарын тәҡдим итте. Шулай уҡ  сәй, үләндәр, сироп һәм бәлзәмдәр етештереүсе “Өфөсәй” йәмғиәте; кондитер ризыҡтары етештереүсе “Вектор” йәмғиәте; талҡан, тиҙ иртәнге аш, ҡоро смузи, тәбиғи коктейлдәр, емеш-еләк батончиктары, шытып сыҡҡан бойҙай менән крем-бар, еләк, емеш һәм башҡа файҙалы өҫтәмәләр тәҡдим иткән “Аҡтирмән” йәмғиәте; он, кондитер һәм макарон, ярымфабрикаттар етештереүсе “Ситно” компанияһы ла сарала ҡатнашты.

“UzFood” сиктәрендә Үзбәкстанда аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүселәрҙең һатып алыусылар менән осрашыуҙары өсөн берҙән-бер махсуслаштырылған майҙансыҡ – Ритейл-Үҙәк ойошторолған, ул аҙыҡ-түлек өлкәһенең төп эшмәкәрҙәрен берләштерә. Республика етештереүселәре дистрибьюторҙар һәм ритейл менән Башҡортостан аҙыҡ-түлеге менән тәьмин итеү буйынса 100-ҙән ашыу В2В һөйләшеүҙәр үткәрҙе.

“UzFood” халыҡ-ара күргәҙмәһе аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм аҙыҡ-түлек секторында төп ваҡиға булып тора. Унда Үзбәкстандан һәм донъя аҙыҡ-түлек баҙарҙарынан алдынғы етештереүселәр, тәьмин итеүселәр ҡатнаша. Күргәҙмә ҡатнашыусыларға һәм килеүселәргә продукция һәм ҡорамалдарҙың күп төрҙәре менән танышыу, уҙаҡташтар табыу мөмкинлеге бирә.

Быйыл сарала 26 илдән 280-нән ашыу компания, шул иҫәптән Рәсәйҙән 38 предприятие ҡатнашты.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһының дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: