Андрей Назаров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студент кампусын төҙөү буйынса күсмә ултырыш уҙғарҙы.
Ведомство етәкселәре, ректорҙар һәм ҡыҙыҡһыныусы ойошма вәкилдәре менән IQ парк бинаһы буйынса проект ҡарарҙарын ҡараны. Министрҙар кабинеты етәксеһенә парад баҫҡысының макетын күрһәттеләр. Йыйылыусылар эскалаторҙар ҡуйыу мәсьәләһен дә тикшерҙе. Шул уҡ ваҡытта икенсе сират майҙансығы мәсьәләһе лә ҡаралды.
Андрей Назаров етәкселегендәге делегация ҡаттар буйлап йөрөп сыҡты һәм кәңәшмәнең төп өлөшө лә шунда үтте. Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе проектты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырырға кәрәклеген һәм тәүге сираты быйыл декабрь айында тапшырыласағын билдәләне.
-Тәүге сират бинаһының үҙенең инеү урыны була һәм уның эшләүенә был бина артында барасаҡ күләмле төҙөлөш эштәре ҡамасауламаясаҡ. Ғөмүмән, кампусты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә -2025 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыуҙы планлаштырабыҙ, -тине Министрҙар кабинеты етәксеһе.
Проектты тормошҡа ашырыу барышы тураһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер министрының беренсе урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Проекттың 1-се сираты буйынса төҙөлөш эштәрен ойоштороу менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев таныштырҙы.
Өҫтәл артындағы һөйләшеүҙәр лаборатория һәм ҡорамалдарҙы урынлаштырыу темаһына ҡағылды. Был тема буйынса Өфөнөң фән һәм технологиялар университетының, Башҡорт дәүләт медицина университетының, Өфө дәүләт нефть техник университетының ректорҙары доклад менән сығыш яһаны.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, Андрей Назаров кампусты проектлауға задание төҙөгәндә вуздарҙың иң ҡыйыу теләктәре лә иҫәпкә алыныуын белдерҙе.
-Проект донъя кимәлендәге кампустарға ҡуйылған юғары талаптарға һәм стандарттарға ярашлы булырға тейеш. Булдырылған белем биреү базаһы иң заманса стандарттарға тап килһен өсөн Башҡортостан барыһын да эшләйәсәк, - тип йомғаҡ яһаны Премьер-министр.
Был саралар “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) маҡсаттарына һәм бурыстарына ла тура килә һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.