Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Апрель 2023, 10:30

Ҡырмыҫҡалылар яңы күсмә комплексты баһаланы

Пациенттарҙы фельдшер Гөлнур Ҡадаева һәм акушер Гүзәл Хәсәнова ҡабул итте. 

Ҡырмыҫҡалылар яңы күсмә комплексты баһаланы
Ҡырмыҫҡалылар яңы күсмә комплексты баһаланы

Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты тәүге эш сәфәрендә булды. Яңы техника “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы алынды.  Заманса мобиль поликлиниканың уңайлылығын Ефремкин ауыл биләмәһенең Антоновка ауылы халҡы тәүгеләрҙән булып  баһалай алды.  Пациенттарҙы фельдшер Гөлнур Ҡадаева һәм акушер Гүзәл Хәсәнова ҡабул итте.  Улар 29 пациенттың һаулығын тикшерҙе.

 Күсмә комплекстың эшен Ҡырмыҫҡалы дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев һәм ауыл биләмәһе хакимиәте  башлығы  Наталья Иванова ыңғай баһаланы.  “Мобиль автокомплекста диспансерлаштырыу һәм медицина тикшеренеүҙәре үткәреү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар бар.  ФАП ЭКГ-аппарат, дефибриллятор, вакцина һәм башҡа препараттарҙы һаҡлау өсөн һыуытҡыс менән йыһазландырылған. Һауа температураһын йылытыу ҡорамалдары көйләй, ә бактериялар хәүефһеҙлеген махсус лампалар тәьмин итә”,– ти Азамат Ғәлиев.

 Оҙаҡламай модулле ФАП райондың башҡа ауылдарында ла буласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: