Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡушыуы буйынса Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы илдең Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә мәктәп уҡыусыларының инженерлыҡ йүнәлеше буйынса белем алыуға ҡыҙыҡһыныуын үҫтереүгә йүнәлтелгән программа өҫтөндә эште тамамлай.
Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов аңлатыуынса, мәктәп уҡыусыларының инженерлыҡ белеменә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү өсөн берлектәге программа юғары әҙерлек кимәлендә.
«Ысынлап та, беҙҙә ошондай системалы эш алып барыла, сөнки күсәгилешлелек бик мөһим. Мәктәптәге белем биреүҙән юғары уҡыу йортона, ғилми эшмәкәрлеккә күсәгилешлекте төҙөнөк», - тип аңлатма бирҙе Сергей Кравцов.
Уҡыусыларҙың инженерлыҡ белеменә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереүгә йүнәлтелгән программа физика, математика, химия, биология һәм информатика кеүек фәндәргә ҡағыла, тип өҫтәне Рәсәйҙең мәғариф министры.
Үҙ сиратында, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков программаны тормошҡа ашырғанда «системалы һәм эҙмә-эҙлекле эшләргә кәрәк» тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостанда Өфө, Күмертау, Нефтекама ҡалаларындағы һигеҙ мәктәптә инженер кластары барлыҡҡа килде. Был класта уҡыусылар әлеге йүнәлеш буйынса инженерия нигеҙҙәренә эйә булып, колледж һәм университеттарға уҡырға инергә әҙерләнә. Инженер кластарында белем алыу вуз һәм индустриаль партнерҙар менән хеҙмәттәшлекте лә күҙ уңында тота.
Ошоноң ише саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектында (национальный проект “Образование”) билдәләнгән бурыстарҙы хәл итеүгә лә йоғонто яһай.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.