Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында яңы һыу тәьминәте системаһы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Таҙа һыу» федераль проекты ярҙамында төҙөлә. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.
«Был – ҡалала «Таҙа һыу» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу осоронда иң ҙур сығым талап иткән объект. Уны файҙаланыуға тапшырыу эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, шуға күрә төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу динамикаһын айырым контролдә тотабыҙ», - тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов.
Әлеге ваҡытта системаның әҙерлеге 65% тәшкил итә. Эштәр графиктан алда бара. Объектты быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы ҡалаларҙы төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе - йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылда башланды.
Фото: bazazakonov.ru