

Башҡортостан Республикаһы Алтай Республикаһы менән мәғариф өлкәһендә мөнәсәбәттәрҙе яйға һала. Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары тәүге тапҡыр туған телдәр буйынса Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төбәк-ара олимпиадаһында ҡатнашты. Олимпиаданың һайлап алыу этабы йомғаҡтары буйынса республиканан 5 уҡыусы Алтай Республикаһына һуңғы этапҡа саҡырыу алды.
Олимпиаданың йомғаҡлау этабында 9-11-се класс уҡыусылары – Алтай, Башҡортостан, Бүрәт, Саха (Яҡут), Тыва һәм Хакасия республикаларынан һайлап алыу этабы еңеүселәре ҡатнашты.
Олимпиадала ҡатнашыусыларға Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре, әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм фольклоры буйынса проект яҡларға һәм художестволы текст анализын эшләргә тура килде.
Олимпиадала Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы еңеү яуланы.
"СМАРТ" 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусылары «Тикшеренеүҙең яңылығы һәм көнүҙәклеге өсөн», «Тәбиғәт ҡомартҡылары һәм мәҙәни мираҫ» номинацияларында еңеү яуланы.
Алтай Республикаһының Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтында делегация етәкселәре өсөн «Геройҙар тураһында эпос - шәхестең рухи-әхлаҡи үҫеш факторы булараҡ» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Шулай уҡ ҡатнашыусылар өсөн Таулы-Алтайҙың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойошторолдо.
Ошоноң ише саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектында (национальный проект “Образование”) билдәләнгән бурыстарҙы хәл итеүгә лә йоғонто яһай.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.