Федераль план сиктәрендә, Башҡортостандың 18 компанияһы һөҙөмтәле идаралыҡ ысулын ҡулланған модель предприятиеларына барып таныша аласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов әйтеүенсә, һаҡсыл етештереү ҡоралын һәм һөҙөмтәле идаралыҡ иҫәбенә үҫеште хәстәрләгән предприятие моделле тип иҫәпләнә.Шулай уҡ уның федераль компетенция үҙәге баһаһын алып, ошондай төбәк үҙәге менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөүе мөһим.
Фәхретдинов Өфөләге һығылмалы полимер ҡабы етештергән компанияны ыңғай миҫал итеп килтерҙе.Ул ярты йыл эсендә һаҡсыл технологиялар ҡоралын индергән һәм етештереү күләмен 22 процентҡа арттырған. Шул уҡ ваҡытта заказды үтәү ваҡытын ике тапҡырға ҡыҫҡартыуға һәм тамамланмаған етештереү күләмен 9 процентҡа кәметеүгә өлгәшкән.
Төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығы - республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) сараларын тормошҡа ашырыу буйынса яуаплы башҡарыусы. Бөгөн республиканың 150-ләп предприятиеһы милли проект ҡатнашыусылары булып киткән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған. Уның маҡсаты – илдең ҙур һәм уртаса предприятиеларында хеҙмәт етештересәнлеге үҫешен 2024 йылға 5 процентҡа арттырыу.
Фото:bash.news