

"Демография" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһы уҡыусылары командаһы Советтар Союзы Геройы Сәлимйән Ғәлимйәнов иҫтәлегенә арналған шахмат буйынса турнирҙа ҡатнашҡан. Ярыштар Асҡын ауылында уҙған.
Сарала ҡатнашыусылар компьютерҙа йәрәбә һалыуға ярашлы ултыртылған, уйын ете турҙа барған. 2013 йылғылар һәм унан йәшерәктәр төркөмөндә, Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан тыш, Пермь крайының Чернушка ҡалаһы командаһы ҡатнашып, беренсе урынды яулаған. Икенсе урында - Борай районы командаһы. Ағиҙелдең Даниил Бутусов, Рифат Ғәбсәләмов, Дилә һәм Динә Ғилемшиналарҙан торған командаһы өсөнсө урында.
Команда вәкилдәре приздар менән дә бүләкләнгән. Динә Ғилемшина, еңелеүһеҙ уйнап, ҡыҙҙар таҡтаһында беренсе урында. Дилә Ғилемшина тик малайҙар ҡатнашҡан өсөнсө таҡтала уйнап, өсөнсө урынға сыҡҡан. Икенсе таҡтала Рифат Ғәбсәләмов шулай уҡ өсөнсө урынды алған. Тәүге таҡтала Даниил Бутусов уйнаған, беренсе таҡтаға командаларҙан иң көслө уйынсыларҙы ултыртыуҙы иҫәпкә алғанда, ул да яҡшы уйын күрһәткән.
2007-2012 йылдарҙа тыуған балалар төркөмөндә Рауил Ғилемшин, Макар Муллаев, Оксана Типиева уйнаған. Оксана үҙенең дәғүәселәренән бер йәшкә бәләкәйерәк ине, шунда ла, һәйбәт уйнап, 13 спортсынан дүртенсе урынға сыҡҡан. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа турнирҙан бай тәжрибә, күп хис-тойғолар алып ҡайтҡан.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакмиәте.