Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Апрель 2023, 13:30

“Пушкин картаһы” проекты нисек тормошҡа ашырыла?

Бер өҫтәл артында мәҙәни сараларҙы ойоштороусылар һәм программала ҡатнашыусылар менән эш алып барған вәкилдәр йыйылған.

“Пушкин картаһы” проекты нисек тормошҡа ашырыла?
“Пушкин картаһы” проекты нисек тормошҡа ашырыла?

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә "Пушкин картаһы" проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралған. Был хаҡта хакимиәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Бер өҫтәл артында  Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Мәғариф һәм фән министрлығының фән һәм юғары белем биреү бүлеге мөдире Ирина Митянина, баш ҡалалағы  юғары уҡыу йорттары вәкилдәре һәм ҡала райондары башлыҡтарының урынбаҫарҙары, йәғни мәҙәни сараларҙы ойоштороусылар һәм программала ҡатнашыусылар менән эш алып барған вәкилдәр йыйылған.

Наталья Лапшина хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда "Пушкин картаһы"н алып ҡулланырға мөмкинлеге булған йәштәрҙең 77 проценты уға эйә булған. Һатып алынған билеттар һаны буйынса республика Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала өсөнсө урынды биләй.

 – Хәҙерге шарттарҙа мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләре хеҙмәттәшлек итергә һәм дөйөм эштең иң һөҙөмтәле юлдарын табырға тейеш, – тип билдәләй Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы етәксеһе Айгөл Хәсәнова.

Шуныһын билдәләргә кәрәк: “Пушкин картаһы” программаһы “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы тормошҡа ашырыла – ул дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.

Фото: culture.ru/pushkinskaya-karta

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас