Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Апрель 2023, 10:15

1328 километр юл төҙөкләндерелде

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә республикала дүрт йылда 1328 километр автомобиль юлы тейешле хәлгә килтерелде.

1328 километр юл төҙөкләндерелде
1328 километр юл төҙөкләндерелде

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) сиктәрендә республикала дүрт йылда 1328 километр автомобиль юлы тейешле хәлгә килтерелде.

Был проект 2019 йылда ғәмәлгә ашырыла башлағайны, дүрт йыл эсендә төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәтле юлдарҙы ремонтлауға 34,8 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 18 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан.

“Был эш Өфө агломерацияһындағы Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө, Благовещен, Шишмә, Иглин райондарында һәм Өфө ҡалаһында, шулай уҡ Стәрлетамаҡ агломерацияһындағы Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарында һәм Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларында башҡарылды”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Быйыл да ҙур объекттарҙа эш дауам итәсәк. Улар иҫәбендә Өфөнөң Октябрь районындағы Зинин транспорт айырсаһы, Киров районындағы Академик Ураҡсин урамы, Эшсе хәбәрселәр урамын реконструкциялау һәм башҡалар бар.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас