Милли проекттар
12 Апрель 2023, 10:15

Балалар ағастарҙы ҡотҡарырға ярҙам итә

Нанотехнологиялар һәм заманса асыштар ярҙамында макулатуранан аҡ ҡағыҙ биттәре һәм төҙөлөш материалдары алыуҙарын күптәр белмәй.

Балалар ағастарҙы ҡотҡарырға ярҙам итәБалалар ағастарҙы ҡотҡарырға ярҙам итә
Балалар ағастарҙы ҡотҡарырға ярҙам итә

“Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Дәүләкән ҡалаһы Балалар ижады йортоноң балалар берләшмәләре макулатура йыйыу буйынса “Эколяттар менән ағастарҙы ҡотҡарабыҙ” Бөтә Рәсәй конкурсында әүҙем ҡатнашты. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә балаларҙың әүҙем позицияһын булдырыу – конкурстың төп маҡсаты.

Акцияла балалар ижады йортоноң 90-дан ашыу ижади берекмәһе уҡыусылары ҙур энтузиазм менән ҡатнашты (“Совёнок”, “Сюрприз”, “Оҫтабикә”, “Палитра”, “Бемольки”, “Роботтехникаһы”), улар иҫке гәзит-журналдар, китаптар, ҡатырға төрөү материалдары алып килде.

Ерҙәге ҡалдыҡтарҙың 50 проценты ҡағыҙға һәм уның төрҙәренә тура килә. Күптәр икенсел сеймалдан түбән сифатлы продукция етештерелә һәм ул санитар-гигиена зоналарында ғына ҡулланыу өсөн яраҡлы тип уйлай: бәҙрәф ҡағыҙы, салфеткалар, ҡағыҙ таҫтамалдар һәм башҡалар. Ләкин нанотехнологиялар һәм заманса асыштар ярҙамында макулатуранан аҡ ҡағыҙ биттәре һәм төҙөлөш материалдары алыуҙарын күптәр белмәй.

Макулатура йыйыу һәм техник эшкәртеү ҡағыҙ сүп-сарҙы кәметеүҙең, урман ҡырҡыуҙы кәметеүҙең шәп ысулы булып тора.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас