

Ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһының Смаҡай биҫтәһендәге 14-се мәктәптә "Хәстәрлек" үҙәге уҡытыусылары "Өлкән аҙымдар" социаль-психологик тренингы үткәргән. Унда 8-9-сы класс уҡыусылары ҡатнашҡан. Тренингтың маҡсаты – бәлиғ булмағандар араһында тормошҡа ыңғай мөнәсәбәт, үҙ ҡылығың өсөн яуаплылыҡ булдырыу, йәрәхәтләнгәндә үҙ-үҙеңде тотоу өлгөһөн күрһәтеү.
Дәрес башында балалар нимә ул өлкәнәйеү, үҙаллылыҡ, ҡылыҡтарың өсөн яуаплылыҡ тураһында фекер алышҡан. Уларға "Йыш ҡына ҡулдан ысҡындырған мөмкинлектәр тураһында"ғы ҡиссаны тыңларға һәм тикшерергә тәҡдим иткәндәр. Тренинг барышында балалар ҡатмарлы тормош шарттарында үҙеңде нисек тоторға һәм унан сығыу ысулдарын эҙләргә өйрәнде, эҙемтәләрҙең бөтә ыңғай һәм кире яҡтарын һанап үтте, һәр ҡылығың өсөн яуаплы булырға кәрәк, тигән һығымта яһаны.
"Берҙәмлек планетаһы" күнекмәһе осрашыуҙың кульминацияһы булған, унда балалар коллектив һүрәт төшөргән, үҙҙәренең планетаһының нисегерәк булыу ихтималы һәм унда йәшәүселәр ниндәй була алыуы тураһында фекерҙәре, тренингта алған тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан.
Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған "Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелде.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ишембай районы хакимиәте.