Милли проекттар
12 Апрель 2023, 08:45

“Дауаханабыҙ өсөн ҙур ваҡиға”

Тимәк, тикшереүгә сираттар кәмейәсәк, медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты ла яҡшырасаҡ тигән һүҙ.

“Дауаханабыҙ өсөн ҙур ваҡиға”“Дауаханабыҙ өсөн ҙур ваҡиға”
“Дауаханабыҙ өсөн ҙур ваҡиға”

 Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, бер юлы ике ультратауыш аппараты алынды. Комплекстар файҙаланыуға тапшырылды ла инде. Уларҙың һүрәттәре юғары кимәлдәге сифатлы, аныҡ булыуы менән айырыла. Система диагностика мәғлүмәттәрен оператив рәүештә алырға ярҙам итә, юғары көсөргәнешлек шарттарында эшләү мөмкинлеген бирә.   

Дауахананың баш табибы  Илгиз Шәңгәрәев әйтеүенсә,яңы ҡорамал сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға, шулай уҡ  йөклөлөк  осоронда УЗИ-скрининг үткәрергә булыша.

– Дауаханаға яңы ҡорамалдар алыныуы, айырыуса ультратауыш аппараттары килеүе, беҙҙең медицина учреждениеһы өсөн мөһим ваҡиға.Тимәк, тикшереүгә сират кәмей, медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты ла яҡшыра тигән һүҙ, – тип билдәләне Илгиз Шәңгәрәев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

“Дауаханабыҙ өсөн ҙур ваҡиға”
“Дауаханабыҙ өсөн ҙур ваҡиға”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас