

“Мәғариф” милли проектының “Патриот тәрбиәһе” федераль проекты сиктәрендә Дәүләкән ҡалаһының 3-сө гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәр отрядтарының төбәк слеты үткәрелде. Ул йыл һайын үткәрелгән “Хәтер вахтаһы-2023” алдынан уҙҙы һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналды.
Сарала район хакимиәте, мәғариф идаралығы, ветерандар ойошмаһы вәкилдәре, патриотик йүнәлештәге йәмәғәт ойошмаларынан запастағы яугирҙәр, Миәкә районынан, Нуриман районынан, Өфө ҡалаһынан эҙәрмән отрядтары, Дәүләкән ҡалаһынан 1-се, 7-се мәктәптәр, лицей-интернат һәм “Көмбәҙ” клубы командалары, элекке йылдарҙағы эҙәрмән отрядтары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Йыйын ошо гимназияны тамамлаған, махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған эҙәрмән Данил Федоровтың иҫтәлегенә һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған уҡытыусылар, уҡыусылар иҫтәлегенә арналған митингтан башланды. Һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар һәм һәйкәлдәргә сәскә һалдылар.
Сарала ҡатнашыусылар өсөн республика отрядтары менән таныштырыу сараһы ойошторолдо, мәктәп музейы буйлап экскурсия үткәрелде. Йәш эҙәрмәндәр “Тарих нисек онотола?” тигән көнүҙәк лекция тыңланы, 2003 йылдағы тәүге республика экспедицияһы хаҡында фильм ҡараны. Дәүләкән ҡалаһының “Көмбәҙ” хәрби-патриотик клубы йәш армеецтары слетта ҡатнашты һәм "Мин эҙәрмән. Иҫләйем! Мин ғорурланам!” конкурсында икенсе урын яуланы.
Слет барышында алған белем балаларға артабанғы эҙләнеү экспедицияларында кәрәк буласаҡ, унда улар апрель аҙағында ҡатнашырға планлаштыра.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Дәүләкән районы хакмиәте.