Милли проекттар
15 Апрель 2023, 05:40

Тағы биш учреждение ҡушылды

Лицензия алыуға ғаризаны теләгән бер компьютерҙан Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре аша ебәрергә мөмкин.

Тағы биш учреждение ҡушылдыТағы биш учреждение ҡушылды
Тағы биш учреждение ҡушылды

2023 йылдың беренсе кварталында республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында ультратауыш диагностикаһы үткәреүгә лицензиялар алған медицина учреждениелары һаны бер процентҡа артты, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Элек теркәлгән 465 медицина учреждениеһына тағы биш ойошма өҫтәлде.

– Медицина, фармацевтика һәм наркотик матдәләр, психотроплы саралар әйләнеше менән бәйле эшмәкәрлекте лицензиялайбыҙ, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. – Былтырҙан башлап беҙ электрон документтар әйләнешенә тулыһынса күстек. Лицензия алыуға ғаризаны теләгән бер компьютерҙан Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре аша ебәрергә мөмкин.

Ультратауыш аппараты ярҙамында эске органдарҙың торошо, формаһы, ҙурлығы, структураһы, хәрәкәт әүҙемлеге тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Ул ҡулланыуҙа ябай һәм ышаныслы диагностика ысулдарының береһе. Өҫтәүенә хәүефһеҙ, ауырттырмай, организмға кире йоғонтоһо юҡ. Уның ярҙамында хатта кеше бер нимәгә зарланмаһа ла, төрлө патологияларҙы асыҡларға мөмкин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас