

Ике көн элек “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреүе башланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Межгорье ҡалаһында Көньяҡ-Көнбайыш биҫтәһендә йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү башлана. Ул йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн былтырғы бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүҙә еңеүсе булды. Проект бер нисә этаптан торасаҡ: быйыл Үҙәк майҙаны төҙөкләндереләсәк. “Геройҙар аллеяһы” һәм “Ял итеү зоналары” төҙөкләндереү проекттары быйыл тауыш биреүгә сығарылды. 2024 йылда ошо этаптарҙың ҡайһыһын тормошҡа ашырыуҙары халыҡтың әүҙемлегенән торасаҡ.
“Ял итеү зонаһы”нда ҡаты япмалы йәйәүлеләр зонаһын (асфальт-бетон япма, тротуар плиткаһы) төҙөү, ошо биләмәне яҡтыртыу, йәшелләндереү һәм бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу күҙаллана. Был проект өсөн 43 кеше тауыш биргән.
“Геройҙар аллеяһы” әлегә икенсе урында – уның өсөн 27 кеше тауыш биргән. Әлеге ваҡытта был биләмә төҙөкләндерелмәгән, транзит юлдары юҡ, ул төҙөкләндереү 2023 йылда башҡарыласаҡ объектҡа тоташҡан. Асфальт-бетон япманан йәйәүлеләр зонаһын булдырыу, был биләмәне яҡтыртыу, йәшелләндереү, ваҡ формалар архитектураһы ҡоролмаларын ҡуйыу планлаштырыла. Артабан урындағы "Хәрби туғанлыҡ" бүлексәһе менән берлектә һәйкәлдәр ҡуйыу күҙаллана”, - тип билдәләне проекттың кураторы Диана Насирова.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәте.