2023 йылда Өфөлә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 13 сара тормошҡа ашырыу планлаштырыла, шул иҫәптән 11 парк. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә баш ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев белдерҙе.
Мэр әйтеүенсә, барлыҡ проекттар ҙа өфөләрҙең әүҙем ҡатнашлығында башҡырыла. “2023 йылдың бөтә объекттары буйынса контракттар төҙөлгән йәки төҙөлөү өҫтөндә. Шуны ла билдәләү мөһим: объекттар Өфөнөң ете районының алтауһында урынлашҡан”, - тип белдерҙе Ратмир Мәүлиев.
Быйыл төҙөкләндереү көтөлгән объекттар рәтендә Аксаков исемендәге парк та бар. “Ҡалабыҙ халҡы өсөн матур урын. Был баҡсаның тарихын һаҡлап төҙөкләндерәсәкбеҙ”, -тине Ратмир Мәүлиев.
Был проект “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Быйыл март айында контракттар төҙөлгән. Аксаков баҡсаһын төҙөкләндереүҙе сентябрь аҙағында тамамлау ниәтләнә. Шуны ла билдәләү мөһим: Пушкин урамы яғынан ингән ерҙәге тарихи күренеш һаҡланып ҡаласаҡ.
Дөйөм майҙаны 900 квадрат метрға тиң Альбанов исемендәге скверҙы федераль аҡсаны йәлеп итеп төҙөкләндереү билдәләнгән. Был проектты шулай уҡ быйыл көҙ тамамлау ниәтләнә.
Ҡурсаҡ театры алдындағы аллея ла быйыл яңы төҫ аласаҡ.
Нефтехимиктар паркын төҙөкләндереү үткән йылда башланғайны. Быйыл май айында уның беренсе этабы тамамланасаҡ һәм икенсе өлөшө башлана. Был паркта тулыһынса эштәрҙе йомғаҡлау 2024 йылдың авгусына планлаштырылған.
Быйыл төҙөкләндереләсәк тағы ла бер объект бар. Ул - Октябрь Революцияһы урамы. “Юл япмаһы һәм селтәрҙәрҙе ҡабаттан ҡороу буйынса эштәр башланған. Төҙөкләндереүгә быйыл май айында тотонасаҡбыҙ. Киләһе йылда йомғаҡлау ниәтләнә”, -ти Өфө хакимиәте башлығы.
Бынан тыш, Йылы күлен төҙөкләү буйынса ла эш дауам итәсәк. Уның яр тирәһен, ҡала пляжын, пикник өсөн зонаны, йәйәүлеләр юлдарын матурлау күҙ уңында тотола. Был эштәрҙе лә киләһе йылға тамамлау бурысы ҡуйылған.
Шулай уҡ май айында Өфөләге “Ҡурай менән малай” фонтаны алдындағы майҙанды төҙөкләндереү башланасаҡ, ул эштәр ике йылға билдәләнгән. Был Октябрь проспекты һәм Комсомол урамы араһындағы биләмәне үҙ эсенә аласаҡ.
Тротуарҙарға килгәндә 2023 йылда Свердлов һәм Гоголь урамдарындағы биләмәне төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Шулай уҡ Ленин һәм Пушкин урамдары буйындағы тротуарҙарҙы ла матурлау дауам итәсәк.
Хәбәр итеүебеҙсә, 2023 йылда Башҡортостанда барлығы 122 объект төҙөкләндерелә. Уларҙың яртыһы тиерлек республика ҡалаларында урынлашҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Фото: Башинформ.