Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Апрель 2023, 12:15

Башҡортостанда эшҡыуарҙар арта

Һуңғы йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 2 меңгә күбәйгән

Башҡортостанда эшҡыуарҙар арта
Башҡортостанда эшҡыуарҙар арта

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының Берҙәм реестры мәғлүмәттәре буйынса быйыл 10 апрелгә ҡарата Башҡортостанда теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 2 меңгә артып 131,3 меңгә еткән. Был иһә үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 1,6 процентҡа күберәк.

- Республикала эшҡыуарлыҡ үҫешенең төп күрһәткестәре күтәрелеүенә дәүләт ярҙамы саралары ла йоғонто яһаны. Шул иҫәптән, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ , шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») сиктәрендә алып барылған саралар ҙа, - тине Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендә мөһим роль уйнай. Ул конкурентлы мөхит формалаштыра, эш урындары барлыҡҡа килтерә, ҡулланыу тауарҙарын артыуын тәьмин итә, хеҙмәтләндереү өлкәһенең киңәйеүенә булышлыҡ итә.  

 Шуны ла билдәләргә кәрәк, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны артыуы менн бер рәттән үҙмәшғүлдәр институты ла үҫешә.

Эшләп килгән һәм саҡ эш башлаған эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында Башҡортостандың 12 муниципалитетында “Минең бизнесым” үҙәктәренең офистары эшләй. Үҙәк тарафынан төрлө йүнәлештәр буйынса 150-ләп хеҙмәт төрө күрһәтелә: мәғлүмәт-консультация, белем биреү һәм башҡалар. Быйыл үҙәк консультанттары тарафынан “Берҙәм тәҙрә” форматында 2 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән.

Бизнес-шерифтар институттарының эшләүе лә эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлауҙың һөҙөмтәле эштәренең  береһе булып тора.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас