Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Апрель 2023, 11:30

Яңы ҡорамалдың өҫтөнлөктәре күп

Аппараттың заманса программалар менән тәьмин ителеүе тикшереү һөҙөмтәләрен теүәл анализлай, файҙаланыуҙа бик ябай һәм ҡулайлы.

Яңы ҡорамалдың өҫтөнлөктәре күп
Яңы ҡорамалдың өҫтөнлөктәре күп

Бүздәк үҙәк район дауаханаһына  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы өр-яңы ике ультратауыш аппараты алынды.

“УЗИ-Электрон” ультратауыш диагностика системаларының ҡулланыу даирәһе киң. Улар абдоминаль, ҡан тамырҙары тикшереүҙәрен үткәреүҙә, кардиология, педиатрия, неонатология һәм акушер-гинекология өлкәләрендә файҙаланыла.

–Яңы ҡорамалдың өҫтөнлөгө – диагностик һүрәттәрҙең юғары сифатлы һәм эшкәртеүҙең тиҙлекле  булыуында.  Заманса программалар менән тәьмин ителеүе тикшереү һөҙөмтәләрен анализлай, файҙаланыуҙа бик ябай һәм ҡулайлы, – ти дауахананың баш табибы Айрат Хажиев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән  пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: