Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель 2023, 17:30

Асыҡ ишектәр көнө уҙған

Колледжға 200-ҙән ашыу кеше килгән

Асыҡ ишектәр көнө уҙған
Асыҡ ишектәр көнө уҙған

Өфө машиналар эшләү колледжы буласаҡ абитуриенттарға һәм уларҙың ата әсәләренә ишектәрен асты.

2023 йылдың 22 апрелендә Өфө машиналар эшләү колледжында берҙәм асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә уҡыусылар менән осрашыуҙар үтте. Колледжға 200-ҙән ашыу кеше килгән.

Сараны асыуҙа Башҡортостан Республикаһының алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге директоры Кира Ғәләмова, “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең персонал буйынса дирекцияһы проекты етәксеһе Наталья Косьяненко, Өфө машиналар эшләү колледжы дәүләт автоинспекцияһы директоры Булат Мирзалиф улы Мусин ҡатнашҡан.

Буласаҡ студенттар колледждың оҫтаханаларына һәм лабораторияларына экскурсияла булдылар.

Ә буласаҡ абитуриенттарҙың ата-әсәләре өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова һәм колледж директоры Булат Мусин ҡатнашлығында онлайн-йыйылыш үткән.

Йыйылышта уҡыусыларҙың ата-әсәләренә колледжда һөнәрҙәр һәм уҡыу ваҡыты, “Профессионалитет” федераль проекты программалары буйынса ҡабул итеү, уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яңыртыу хаҡында һөйләнеләр, шулай уҡ проект тураһында видеоматериал күрһәттеләр.

Ата-әсәләр, класс етәкселәре һәм уҡыусылар сара барышында күп яңы мәғлүмәт алыуҙары менән уртаҡлашты һәм һөнәри һынауҙар – буласаҡ студенттар өсөн бик файҙалы практика, тип билдәләне.

 

Белешмә өсөн: “Профессионалитет” федераль проекты колледж уҡыусыларының белем кимәлен баҙар ихтыяждарына мөмкин тиклем яҡынайтыуға, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаларында ҡаралған саралар комплексын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән һәм һөнәри белем биреүҙе модернизациялауға, шул иҫәптән адаптив, практик йүнәлешле һәм һығылмалы белем биреү программаларын индереүгә йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Мәғлүмәт: vk.com/umkcollege

Асыҡ ишектәр көнө уҙған
Асыҡ ишектәр көнө уҙған
Асыҡ ишектәр көнө уҙған
Асыҡ ишектәр көнө уҙған
Асыҡ ишектәр көнө уҙған
Асыҡ ишектәр көнө уҙған
Асыҡ ишектәр көнө уҙған
Асыҡ ишектәр көнө уҙған
Асыҡ ишектәр көнө уҙған
Автор: Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас