Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель 2023, 12:30

Ҡошсолоҡ фабрикаһы тергеҙелде

Яңы 65 эш урыны булдырыласаҡ

Ҡошсолоҡ фабрикаһы тергеҙелде
Ҡошсолоҡ фабрикаһы тергеҙелде

Башҡортостанда “Инвестиция сәғәте”нән һуң ҡошсолоҡ фабрикаһында производство тергеҙелде.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районында элекке “Сәрмәсән” ҡошсолоҡ фабрикаһы корпустарының береһендә производство башланды. Предприятиеның етештереү ҡеүәте 2017 йылдан консервациялана.

– 2 февралдә республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән “Инвестиция сәғәте” форматында инвестиция комитеты ултырышында “Саҡмағош районы муниципаль районындағы “Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы” базаһында ҡошсолоҡто үҫтереү” проектын ҡаранылар, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проект хупланды һәм өҫтөнлөклө статус алды. “Инвестиция сәғәте”ндә агросәнәғәт комплексында йәмғеһе 295,5 миллиард һумлыҡ 168 проект ҡаралған.

Элек “Сәрмәсән” исемен йөрөткән ҡошсолоҡ фабрикаһы хәҙер “Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең филиалы булараҡ эшләй. Ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлеген тергеҙеү – Саҡмағош районы һәм тотош төбәк өсөн мөһим ваҡиға. Йылына 780 тоннаға тиклем ҡош ите етештереү ҡеүәте (хәләл) асыу тармаҡта конкурентлыҡ мөхитен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, шулай уҡ яңы 65 эш урыны булдырыуҙы тәьмин итәсәк. Инвестиция программаһы сиктәрендә ғәмәлдәге биналарҙы реконструкциялауға 240 миллион һум аҡса һалыу планлаштырыла. Проект 2027 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Бөгөн инвестор 70 миллион һум самаһы аҡса һалған. 1 корпус (5 корпустан), газ, һыу, электр менән тәьмин итеү, йылытыу реконструкциялана. 30 мең баш ҡош килтерелгән, йыл аҙағына 40 мең тәшкил итәсәк.

Инвесторға аҙыҡ әҙерләү өсөн 124 гектар майҙанда ер участкаһы бирелгән. Предприятиела техник модернизациялау бара. Ике трактор, культиватор, һабан, тейәүсе, ашламалар һәм орлоҡтар һатып алынған. Тиҙҙән ҡошсолоҡ фермаһы халыҡ өсөн үҫеп еткән бройлер тауыҡтарҙы һата башлаясаҡ. 

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған. Улар тоҡомло мал, техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауҙы, шулай уҡ һалым преференцияларын (милеккә һалым түләүҙән азат итеү, табышҡа һалым буйынса ташлама) үҙ эсенә ала.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20751/

Ҡошсолоҡ фабрикаһы тергеҙелде
Ҡошсолоҡ фабрикаһы тергеҙелде
Автор: Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас