Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель 2023, 13:30

“Йыл экспортеры” конкурсы башланды

Экспорт эшмәкәрлеген популярлаштырыу буйынса әүҙем эш алып барыла

“Йыл экспортеры” конкурсы башланды
“Йыл экспортеры” конкурсы башланды

Рәсәй экспорт үҙәге “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй конкурсы башланыуы тураһында иғлан итте, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

- “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын  (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда экспортерҙарға ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле системаһы төҙөлдө, – ти Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. - Уның ярҙамында 2022 йыл йомғаҡтары буйынса 2021 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда экспорттың 10 процентҡа артыуын теркәйбеҙ. Шулай уҡ экспорт эшмәкәрлеген популярлаштырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Был эштең бер йүнәлеше булып Рәсәй экспорт үҙәге ойошторған “Йыл экспортеры” конкурсы тора. Башҡортостан эшҡыуарҙары был конкурста ҡатнаша һәм бөтә илгә үҙҙәрен таныта, үҙҙәренең брендының һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендәге компетенцияһының үҙенсәлеген күрһәтә ала. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса “Йыл экспортеры” конкурсының округ этабында республика компаниялары призлы урындар менән билдәләнде.

Ҡатнашыуға ғаризаны 30 июнгә тиклем Рәсәй экспорт үҙәге сайтында электрон анкета тултырып бирергә мөмкин. Конкурста ҡатнашыу бушлай. Унда ҙур компаниялар, бәләкәй һәм урта бизнес компаниялары, шулай уҡ һалым, йыйымдар, страховка иғәнәләре, пенялар һәм штрафтар, ил бюджеты алдындағы бурыстары үтәлмәгән шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.

Премия 20 номинацияла тапшырыла: алты төп номинацияла (МСП өсөн айырым һәм эре бизнес өсөн айырым, бөтәһе 12) һәм биш өҫтәмә номинацияла (компанияның ҙурлығына ҡарап, бөтәһе 8). Еңеүселәрҙе билдәләү ике этапта үтәсәк. Бүләкләү тантанаһы октябрҙә “Рәсәйҙә эшләнгән” халыҡ-ара экспорт форумында үтәсәк.

Башланғыс этапта экспортерҙарҙан бер генә документ – һалым органында иҫәпкә ҡуйыу тураһында таныҡлыҡтың электрон күсермәһе (ИНН күсермәһе) һораласаҡ.

Һорауҙар тыуғанда “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең 8-800-550-0188 номеры буйынса йәки электрон почта адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: info@exportcenter.ru.

“Йыл экспортеры” премияһы халыҡ-ара кооперация һәм экспорт милли проектының саралар исемлегенә инә, ул 2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указын үтәү өсөн әҙерләнгән. Халыҡ - ара кооперация һәм экспорт милли проектының маҡсаты – 2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 70 проценттан кәм булмаған реаль үҫешен тәьмин итеү.

Фото: john-gold.com

Автор: Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас