

Ошо көндәрҙә Саҡмағош районында элекке “Сәрмәсән” ҡошсолоҡ фабрикаһы корпустарының береһендә яңы етештереү линияһы эш башланы. Предприятиеның етештереү ҡеүәте 2017 йылдан туҡтатылған була.
– 2 февралдә төбәк Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән “Инвестиция сәғәте “ форматында уҙған инвестиция комитеты ултырышында Саҡмағош районындағы “Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте базаһында ҡошсолоҡто үҫтереү проекты ҡаралды. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проект хупланды һәм өҫтөнлөклө статус алды. “Инвестиция сәғәте” ултырыштарында агросәнәғәт комплексында йәмғеһе 295,5 миллиард һумлыҡ 168 проект ҡаралған, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Элек “Сәрмәсән” исемен йөрөткән ҡошсолоҡ фабрикаһы хәҙер “Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең филиалы булып тора. Ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлеген тергеҙеү – Саҡмағош районы һәм тотош төбәк өсөн мөһим ваҡиға. Йылына 780 тоннаға тиклем ҡош ите етештереү ҡеүәте (хәләл) асыу тармаҡта көнәркәшлек мөхитен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, шулай уҡ яңы 65 эш урыны булдырыуҙы тәьмин итәсәк. Инвестиция программаһы сиктәрендә ғәмәлдәге биналарҙы реконструкциялауға 240 миллион һум аҡса һалыу планлаштырыла.
Проект 2027 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Бөгөн инвестор 70 миллион һум самаһы аҡса һалған. бер корпус (5 корпустан), газ, һыу, электр менән тәьмин итеү, йылытыу системалары реконструкцияланған. 30 мең баш ҡош килтерелгән, йыл аҙағына бында мал һаны 40 мең тәшкил итәсәк.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән башланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: vk.com/chekmagush