Милли проекттар
25 Апрель 2023, 07:15

Ишембайҙар һынатмай

Ишембайҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Салауат, Кушнаренко, Ырымбур, Гай, Орск, Саҡмағош райондарынан 140 велосипедсы йыйылды.

Ишембайҙар һынатмайИшембайҙар һынатмай
Ишембайҙар һынатмай

Йыл һайын “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк программаһы сиктәрендә Ишембай районында республика һәм район беренселектәре үтеп тора. Бында республиканың иң көслө спортсылары йыйыла һәм тырыш хеҙмәттәре һөҙөмтәһен күрһәтә.

Быйыл да ҡағиҙәнән ситләшмәнеләр һәм 23 апрелдә ҙур сара үткәрҙеләр. Ишембайҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Салауат, Кушнаренко, Ырымбур, Гай, Орск, Саҡмағош райондарынан 140 велосипедсы йыйылды.

Спортсыларға биш, 10 һәм 15 километр дистанцияларға шәхси уҙышта ярышырға кәрәк ине. Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла һәйбәт әҙерләнгән һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Тик ярыш еңеүселәрһеҙ булмай: үҙ йәш категорияһында биш километр дистанцияла Камилла Үтәғәлиева - беренсе, Илнара Мырҙабаева икенсе урын яулаған. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә Ишембайҙағы 19-сы мәктәптә уҡый. 10 километр арауыҡта Эвелина Шәрипова икенсе булып килгән (11-се мәктәп). Икенсе йәш категорияһында ошо уҡ ун километр маршрутта 2-се мәктәптән Софья Катаргина беренсе һәм 5-се мәктәптән Дарья Скорнякова икенсе урын алған.

Егеттәр араһында ла ишембайҙарҙың һөҙөмтәләре маҡтанырлыҡ. 10 километр арауыҡта 14-се мәктәптән Руслан Ғәзизов еңеүсе булған, 15-се мәктәптән Дмитрий Иванов – икенсе. Үҫмерҙәр араһында Ишембай нефть колледжы студенты Кирилл Панков шулай уҡ икенсе урында.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Ишембай районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас