Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Апрель 2023, 14:30

Мысырға бизнес-миссияға саҡыралар

Уҙған йылда Башҡортостан менән Мысырҙың тышҡы сауҙа әйләнеше 2021 йыл менән сағыштырғанда 24 процентҡа артҡан.

Мысырға бизнес-миссияға саҡыралар
Мысырға бизнес-миссияға саҡыралар

Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Рәсәй Федерацияһының "Үҫеш һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек банкы" (ВЭБ) дәүләт үҫеш корпорацияһы менән берлектә Рәсәй сәнәғәт зонаһы (РПЗ) проекты менән танышыу һәм потенциаль Мысыр партнерҙары менән эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн Мысыр Ғәрәп Республикаһында бизнес-миссия үткәрергә планлаштыра. Был хаҡта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

– Уҙған йылда Башҡортостан менән Мысырҙың тышҡы сауҙа әйләнеше 2021 йыл менән сағыштырғанда 24 процентҡа артҡан, шул уҡ ваҡытта экспорт – 24,3 процентҡа, ә импорт – 40 процентҡа. 2021 йылдан айырмалы рәүештә, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса экспорт күләменең яртыһын химия сәнәғәте продукцияһын һатыу биләй, металл һәм ағас оҙатыу ҙа артҡан, шуға күрә беҙҙең предприятиеларға етештереүҙе Мысырҙағы Рәсәй сәнәғәт зонаһында локалләштереүҙе тормошҡа ашырыу ҡыҙыҡлы булыуы ихтимал, – тип аңлатма бирҙе Маргарита Болычева.

Рәсәй сәнәғәт зонаһын тормошҡа ашырыу маҡсаты – Ватан компанияларының Африка һәм Яҡын Көнсығыш баҙарҙарына сығыуы өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Потенциаль резиденттар араһында Рәсәй сәнәғәтенең алдынғы тармаҡтары вәкилдәре: тимер юл, ауыл хужалығы һәм автомобиль машиналары эшләү, химия сәнәғәте, төҙөлөш материалдары, металлургия, радиоэлектроника.

– Беҙ Башҡортостандың барлыҡ предприятиеларына Рәсәйҙең сәнәғәт зонаһында ҡатнашыу мөмкинлектәре тураһында хәбәр иттек. Был баҙарҙарға сығасаҡ компаниялар беҙгә ярҙам итергә әҙер. Улар тәжрибәле экспортерҙар булырға тейеш, улар өсөн яңы баҙар эҙләй һәм үҙ продукцияһын Мысырға оҙатырға әҙер. Бындай эштең бер йүнәлеше — Башҡортостан компанияларының хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһынған ил предприятиелары менән мөмкин тиклем күберәк осрашыуҙар үткәреү маҡсатында бизнес-миссия ойоштороу. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы коллегалары менән берлектә эшләү етештереүселәребеҙҙең яңы баҙарҙарға сығыу процесын тиҙләтергә мөмкинлек бирер, тип иҫәпләйем, — тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Мысырҙа үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуҙа РПЗ резиденттары өсөн иҡтисади һөҙөмтәлелек булып түбәнгеләр тора:

– таможня пошлиналарын кәметеү. Таможня түләүҙәре һуңғы тауар түгел, ә индерелгән комплектлаусы өлөштә генә түләнә;

– РПЗ-ны ташыу сығымдарын кәметеү. Суэц каналы территорияһында урынлашҡан, был Азия һәм Европанан, шулай уҡ америка континентынан комплектлаусыларҙы килтереү сығымдарын кәметә;

– ағымдағы һалымдар буйынса ташламалар. РПЗ резиденттары мөлкәткә һалым түләүҙән азат ителә, устав капиталының 50 проценты күләмендә килемгә һалым буйынса һалым ташламаһын алыу мөмкинлегенә эйә, әммә бөтә осорҙа устав капиталы хаҡының 80 процентынан артыҡ түгел.

30 процент локализация шарттарын үтәгәндә, РПЗ территорияһында етештерелгән продукция Made in Egypt статусын ала, был продукцияны Африка һәм Яҡын Көнсығыш, Европа, Латин Америкаһы, шулай уҡ Мысыр менән сауҙа килешеүҙәренә ингән башҡа илдәргә (70-тән ашыу ил) экспортлағанда таможня пошлиналарын түләүҙән азат итә,  шулай уҡ РПЗ-да етештерелгән продукцияның 100 проценты Мысырҙың үҙендә һатыла ала.

Бизнес-миссияла ҡатнашырға теләгегеҙ булһа, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр Һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының +7(347) 218-15-57 телефоны номеры буйынса йәки Maksimova.TA@bashkortostan.ru электрон почта адресы буйынса Максимова Татьяна Александровнаға мөрәжәғәт итегеҙ.

Өҫтәмә рәүештә Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына Бородин Максим Александровичҡа(+7 (495) 870-29-21 (доб. 28565), моб: +7 (925) 063-99-76), һәм ВЭБ.РФ хеҙмәткәре Мирная Анна Владимировнаға, (+7 (965) 359-62-23) мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Белешмә:

 Рәсәй сәнәғәт зонаһы проекты Рәсәй Федерацияһы менән Мысыр Ғәрәп Республикаһы араһындағы хөкүмәт-ара килешеү сиктәрендә үҫешә. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты иҫәбенә инә.

Рәсәй сәнәғәт зонаһы ике майҙансыҡтан тора, уларҙың береһе Ҡыҙыл диңгеҙ ярында Аин Сохна районында, икенсеһе Мысырҙың төньяғында Порт Саидала, Суэц каналының көнсығыш ярында урынлашҡан. Участкаларҙың дөйөм планлаштырылған майҙаны 525 гектар. Транспорт һәм порт инфраструктураһы үҫешкән.

РПЗ сиктәрендә резиденттарға Greenfield тибындағы ер участкалары бирелә, улар төҙөлөшкә ирекле һәм бөтә кәрәкле коммуникацияларға тоташтырылған. Ер участкаларының күләме резиденттарҙың ихтыяжы менән билдәләнә. Бынан тыш, резиденттарға Brownfield участкалары ла буласаҡ. Ҡуртымсыларға әҙер бина йәки булған модуль бинала урын бирелә. Биналарҙың төрҙәре офистарҙан алып ҙур производство объекттарына тиклем.

Бынан тыш, социаль инфраструктура объекттары: күргәҙмә комплексы, резиденттар өсөн ҡунаҡханалар, парк зоналары, спорт ҡоролмалары һәм ял итеү урындары буласаҡ.

Ағымдағы йылдың май-июнендә – РПЗ девелопер контрактына ҡул ҡуйыу, июндә – РПЗ проекты буйынса идара итеүсе компания булдырыу, июлдә-проекттың ЕРС – подрядсыһын билдәләү, 2024 йылда Айн-Сохна ҡалаһы районында төҙөлөш эштәрен башлау планлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты (национальный проект "Международнаякоопрация и экспорт") ғәмәлгә ашырыла.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас