

Кисә Башҡортостанда "Фермер мәктәбе"нең етенсе ағымы уҡыуҙы башланы. 40 кеше "Ресторан бизнесы өсөн ауыл хужалығы продукцияһы етештереү" һәм "Агротуризм" йүнәлештәре буйынса белем аласаҡ.
Теорияны Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында, практиканы предприятиеларҙа үтәсәктәр. Уҡыу 2,5 ай барасаҡ. Һуңынан тыңлаусылар бизнес-план төҙөп, уны яҡлаясаҡ.
– Беҙ бынан алдағы "Фермер мәктәбе" уҡыуҙарының файҙаһын күрәбеҙ. Проект йёш фермерҙарға эшҡыуарлыҡтың көнүҙәк йүнәлештәрен һайларға, ә тәжрибәле фермерҙарға ҡайһы йүнәлештә үҫешергә икәнен аңларға ярҙам итә, һөҙөмтәлә баҙарҙа яңы продукттар бренды барлыҡҡа килә, эшмәкәрлек юлдары киңәйә, - ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Был юлы иғтибар агротуризмға йүнәлтеләсәк. Башҡортостан тәбиғәте ял итеүҙең ошо йүнәлешен үҫтереүгә яҡшы шарттар тыуҙыра. Күптәр агротуризм менән уңышлы шөғөлләнә. Мәҫәлән, алтынсы мәктәптә уҡыған Әбйәлил егете Айтуған Фәттәхов ҡымыҙ етештерә һәм ауыл туризмын әүҙем үҫтерә.
– Ҡымыҙ етештереү күләме артҡандан-арта, миҙгелендә беҙ уны тонналап һатабыҙ. Килем аҡсаһына аттар, кәзәләр тотабыҙ, балыҡ үрсетәбеҙ, хәҙер ҡунаҡ йорттары һәм ресторан төҙөргә хәл иттек, – ти Айтуған.
Фото: vk.com/aitugan baron
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20787/