Милли проекттар
28 Апрель 2023, 05:30

Башҡортостан Ҡытайға етен орлоҡтары ебәрҙе

62 вагондан торған тимер юл составы Әбйәлил районынан Ҡытай Халыҡ Республикаһына юлланды

Башҡортостан Ҡытайға етен орлоҡтары ебәрҙеБашҡортостан Ҡытайға етен орлоҡтары ебәрҙе
Башҡортостан Ҡытайға етен орлоҡтары ебәрҙе

Республика аграрийҙары ауыл хужалығы продукцияһы экспортҡа сығарыуҙы арттырыуҙы дауам итә, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. 62 вагондан торған тимер юл составы Әбйәлил районынан Ҡытай Халыҡ Республикаһына юлланды. Күк аҫты халҡы был орлоҡтарҙан был илдә ҙур һорау менән файҙаланған майҙы һығып аласаҡ.

Ҡытайға оҙатыу алдынан майлы культураның ҙур партияһы Россельхознадзор территориаль иадаралығы тарафынан тикшереү һәм рәсми теркәү үтә. Күҙәтеү ведомствоһы белгестәре һәр вагонда лаборатория экспертизаларын үткәреү өсөн продукция өлгөләрен һайлап алған. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса үҫемлек сығышлы продукцияла хәүефле карантин организмдары табылмай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.

Фото: gtrk.tv/novosti

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас