

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә балаларҙы дауалау өсөн яңы ҡорамал килеүе тураһында хәбәр иткән.
“Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәгенә нейрореабилитация үткәреү өсөн үҙенсәлекле ҡорамал – “Крисаф” аппарат-программа комплексы килтерелде. Уны “Сколково” фонды резиденты – Төмән компанияһы етештергән.
Автоматлаштырылған тренажер имгәнгәндән һәм операциянан һуң хәрәкәтләнеү һәләтен юғалтҡан пациенттарға виртуаль ысынбарлыҡ ярҙамында хәрәкәт функцияһын тергеҙергә ярҙам итә. Шулай уҡ аппарат балалар церебраль фалижы осраҡтарында ҡулланыла.
Комплекс кешенең һыуҙағы хәл-торошон имитациялай: пациент комбинацияланған ун механизмға эленгән йомшаҡ манжеттарға урынлаштырыла. Йөҙөү, йөрөү, йүгереү, һикереү кеүек хәрәкәттәрҙе лә тренажерҙа имитациялау мөмкин.
Аппарат бөтә мускулдар төркөмөн хәрәкәткә килтерерлек итеп эшләнгән.
Беҙ медицина реабилитацияһы буйынса төбәк программаһын тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ. Быйыл 190 берәмек ҡорамал алыу планлаштырыла. Нефтекама ҡала дауаханаһы, Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала дауаханаһы , Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы , Өфөләге 13-сө ҡала дауаханаһы, республика балалар клиник дауаханаһы һәм ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.