Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Апрель 2023, 11:40

Шаулап үҫеп китер әле беҙ ултыртҡан миләш-тирәктәр

Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ошо көндәрҙә меңәрләгән ағас үҫентеләре ултыртыла. Өмәләр шул иҫәптән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә лә үтә. Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһында хатта тотош аллеялар ҙа барлыҡҡа килә.

Шаулап үҫеп китер әле беҙ ултыртҡан миләш-тирәктәр
Шаулап үҫеп китер әле беҙ ултыртҡан миләш-тирәктәр

Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ошо көндәрҙә меңәрләгән ағас үҫентеләре ултыртыла. Өмәләр шул иҫәптән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (Национальный проект "Жилье и городская среда")  милли проекты сиктәрендә лә үтә. Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһында хатта тотош аллеялар ҙа барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә ҡаланың Суханов урамында “Машиналар төҙөүселәр аллеяһы” барлыҡҡа килде. Унда ҡала халҡы, башлыса ошо биҫтәлә йәшәүселәр 40 төп тирәк һәм 50 төп миләш ағасы ултыртты. Өмәлә шулай уҡ Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов, ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов, РФ Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, студенттар ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, эш ырамлы барҙы һәм бер сәғәт эсендә барлыҡ ағастар ергә морон төртөп тә өлгөрҙө. Халыҡтың әүҙемлеген һәм берҙәмлеген Ридаль Рауил улы ла һыҙыҡ өҫтөнә алды:

– Стәрлетамаҡ һәр саҡ сәнәғәт флагманы булып ҡала, бында тырыш һәм етеҙ, дәррәү кешеләр йәшәй. Ҡалала яңы йорттар, социаль объекттар ҡалҡыу менән бер рәттән, йәшелләндереү эштәре лә алып барыла, ошондай һөнәр эйәләренә арналған аллея барлыҡҡа килеүе айырыуса мәғәнәгә эйә, – тип билдәләп үтте етәксе.

Ҡала башлығы үҙ сиратында ҡаланы төҙөкләндереү, шул иҫәптән ағас ултыртыу эштәре дауам итәсәген вәғәҙәләне. Шулай уҡ башҡарылып өлгөргән эштәр буйынса миҫалдар ҙа килтереп үтте:

– Күптән түгел Октябрь проспектында ла аллея барлыҡҡа килде – ул “Химиктар аллеяһы”. Унда иһә беҙ Башҡорт сода компанияһы ярҙамы менән йөҙ төп тирәк ултырттыҡ, – тине Рөстәм Фәрит улы.

Был ағастар ҡала йөҙөн матурлап ҡына ҡалмаясаҡ, әлбиттә, ә тәү сиратта ошо биҫтәлә йәшәүсе халыҡ өсөн һулар һауаны таҙартыуҙа көс буласаҡ – шуға халыҡҡа сара айырыуса әһәмиәткә эйә.

– Суханов урамында урынлашҡан йортта йәшәйем, был аллея буйлап үҙем дә, балаларым-ейән-ейәнсәрҙәрем дә йөрөйәсәк, шуға өмәлә ихлас ҡатнаштым, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште, мәҫәлән, Михаил Горячев.

Ысынлап та, ҡала, республика урамдарындағы йәшеллек һәммәбеҙ өсөн мөһим, шуға бындай акцияларҙа ҡатнашыу, ултыртҡан ағастарҙы ҡәҙерләп-һаҡлап үҫтереү һәммәбеҙ өсөн дә мөһим һәм ҡулдан килерҙәй эш!

Шаулап үҫеп китер әле беҙ ултыртҡан миләш-тирәктәр
Шаулап үҫеп китер әле беҙ ултыртҡан миләш-тирәктәр
Шаулап үҫеп китер әле беҙ ултыртҡан миләш-тирәктәр
Шаулап үҫеп китер әле беҙ ултыртҡан миләш-тирәктәр
Автор: Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас