Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Был минең һөнәр” тип исемләнгән тапшырыуы төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу һәм белем биреү тапшырыуҙары тураһындағы иң яҡшы тапшырыу тип танылған.
VII Бөтә Рәсәй “Төҙөлөш һәм үҫеш” киң мәғлүмәт саралары араһында төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге алдынғы тәжрибәләрҙе яҡтыртыу буйынса конкурс еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы булды. Рәсәйҙең Торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында үткәрелгән сарала илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, Биләмәләр үҫеше фонды рәйесе урынбаҫары Ренат Долотин һәм башҡалар ҡатнашты.
“Был минең һөнәрем” – урта һөнәри белем алыу тураһындағы тележурнал. Һәр сығарылышта геройҙар үҙ профессияһы тураһында һөйләй, оҫталыҡ һәм уңыш серҙәре менән уртаҡлаша. Конкурсҡа төҙөүселәр, электр монтажлаусылары һәм балта оҫталары тураһындағы сығарылыштар тапшырылған булған.
- Һәр заманда ла хеҙмәт кешеләре, һөнәр оҫталары, үҙ ҡулдары менән яңы нәмәне төҙөй, ойоштора алғандар баһалана. Бындай һөнәрҙәр йәштәр араһында популярлыраҡ булырға тейеш. Тап ошо маҡсатта Башҡортостан юлдаш телеканалында хеҙмәт кешеләре һәм урта һөнәри белем биреү тураһындағы “Был минең һөнәр” тигән мәғлүмәти-танып белеү тапшырыуы барлыҡҡа килгәйне. Һәр геройҙың – үҙенсәлекле тарихы һәм ябай булмаған тормош юлы. Коллегаларыбыҙҙың федераль кимәлдәге уңышы – уларҙың ҙур оҫталығын тағы бер тапҡыр раҫлау ул, - тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, жюри ҡарауына Рәсйәҙәге барлыҡ төбәктәренең яртыһынан тиерлек 300-ҙән ашыу эш тапшырылған. Еңеүселәр 10 номинацияла билдәләнгән. Бынан тыш, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы тарафынан “Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу һәм белем биреү тураһындағы иң яҡшы материал” тигән номинация буйынса ике махсус приз булдырылған.
- Ижади журналистика ваҡыты килде. Бөгөн йәштәргә ҙур һорау менән файҙаланмаған эш һөнәрҙәрен күрһәтеү мөһим. Иретеп йәбештереүселәр, ташсылар, электр монтажлаусылары – карьераға иң һөҙөмтәле һәм уңышлы аҙым, - тип белдерҙе тапшырыуҙың авторы һәм продюсеры Алһыу Таһирова.
Әйткәндәй, үрҙә әйтеп кителгән һөнәр эйәләре һәм уларҙың фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә төҙөлгән торлаҡ – былар барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный пррект “Жилье и городская среда”) төп бурыстары.
Фото, сығанаҡ: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/538247/