Милли проекттар
4 Май 2023, 04:30

Унда Ҡыҙыл китап үҫентеләре лә бар

Нуриман районында “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы үтте. 

Унда Ҡыҙыл китап үҫентеләре лә барУнда Ҡыҙыл китап үҫентеләре лә бар
Унда Ҡыҙыл китап үҫентеләре лә бар

Апрель аҙағында Өфө яны территориаль идаралығы Нуриман районы хакимиәте һәм “ӨМЭПБ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Упҡанкүл буйы биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә үткәрҙе.

Упҡанкүл – тәбиғәт ҡомартҡыһы, фәнни, тәбиғәтте һаҡлау һәм рекреацион әһәмиәткә эйә. Ул Нуриман районының Нимесләр ауылынан ике километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Күлдә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һыу сәтләүеге (чилим) үҫә.

Акция барышында бер километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы күлдең яр буйы зонаһы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙан (пластик шешәләр, быяла ярсыҡтары, үҫемлек ҡалдыҡтары, аҙыҡ ҡалдыҡтары һәм башҡалар) таҙартылды. Һигеҙ кубометр сүп-сар йыйылған һәм сығарып түгелгән.

Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, был изге йола кешеләрҙе берләштерә, экологик аң-белем таратыуға булышлыҡ итә, саф һауала ял итеү һәм күпмелер ваҡытҡа ығы-зығынан, көндәлек тормоштан арынырға, ә иң мөһиме, тыуған тәбиғәткә ҡарата хәстәрлек күреү мөмкинлеге бирә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан бер нисә йыл рәттән һыу объекттарының ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнаша. Акция ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектының бер өлөшө булып тора.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас