Милли проекттар
5 Май 2023, 06:30

Завод милли проект ярҙамынан файҙалана

Башҡортостанда тағы ла бер завод “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылды

Завод милли проект ярҙамынан  файҙаланаЗавод милли проект ярҙамынан  файҙалана
Завод милли проект ярҙамынан файҙалана

“Нефтехим тәжрибәле заводы” “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын (национальный проект "Производительность труда") тормошҡа ашырыуға ҡушылды, тип хәбәр итә Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуы тураһында белдерҙе, Башҡортостандың  Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

-Проекттың яңы ҡатнашыусыһын яҡын арала һаҡсыл производствоға уҡыта башлаясаҡтар, - тине ул. Алты ай дауамында Республиканың компетенциялар үҙәге эксперттары производство процесының йомшаҡ урындарын асыҡлаясаҡ. Артабанғы 2,5 йыл эсендә предприятиеға алынған тәжрибәне тиражлауҙа консультация ярҙамы күрһәтеләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланды. Ул илдә 2024 йылға хеҙмәт етештереүсәнлегенең  йыллыҡ үҫешен биш процентҡа арттырыу  өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас