

Рәсәйҙә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 31 майға саҡлы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса онлай-тауыш биреү үткәрелә.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Быйыл халыҡтың тауыш биреүенә 1,5 мең муниципаль берәмектән биш меңдән ашыу объект ҡуйыла.
“Ике аҙна ярым эсендә 6,5 миллион кеше тауыш төҙөкләндереү объекттарын һайлап алыуҙа ҡатнашты ла инде. Халыҡтың әүҙемлегенә ҡарағанда, был проект ҙур ышаныс яулап өлгөрҙө. Кешеләр төҙөкләндереү объекттары буйынса ла, тәғәйен дизайн-проекттар буйынса ла тауыш бирә”, – ти Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.
Фото: “Башинформ” сайтынан.