

Тиҙҙән Хәйбулла районының ике ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыласаҡ.
Әле районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу буйынса эштәр бара. Подрядсылар модулле конструкциялар ҡуйғандан һуң район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре коммуникациялар үткәреү һәм уларҙың биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарасаҡ. Яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын сафҡа индереү ауыл халҡына уңайлыраҡ шарттарҙа тәүге медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген бирәсәк.
Бәләкәй Арыҫланғол һәм Баҡал ауылы халҡы яңы медицина пункттары асылыуын түҙемһеҙлек менән көттө. Тиҙҙән фельдшерҙар пациенттарҙы уңайлы шарттарҙа ҡабул итәсәк, медицина сифаты яҡшыраҡ буласаҡ.
“Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект "Здравоохранение") милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
Фото: "Баҡал" ауылы төркөмөнән.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан