Милли проекттар
9 Май 2023, 14:00

Игеҙәктәрҙе ағалары ашҡынып көткән!

Ҡаланың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре игеҙәктәрҙе теркәгән.

Игеҙәктәрҙе ағалары ашҡынып көткән!Игеҙәктәрҙе ағалары ашҡынып көткән!
Игеҙәктәрҙе ағалары ашҡынып көткән!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында йәшәгән йәш ғаилә Әлиә һәм Роберт Хәйруллиндар оло шатлыҡ кисергән. Улар Эмилия һәм Лиана исемле игеҙәк ҡыҙҙарға атай-әсәй булған. Кескәй игеҙәк һеңлеләрен бигерәк тә улдары Тимур ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Ни тиһәң дә, ағай булыуы оло яуаплылыҡ өҫтәй.

Игеҙәктәр тыуыуы  Хәйруллиндар ғаиләһе өсөн генә түгел, ә барлыҡ туғандары, яҡындары өсөн икеләтә бәхет. Сабыйҙарҙың һау-сәләмәт булып үҫеүен, ата-әсәһенә  ныҡлы терәк, йыуаныс булыуын теләйбеҙ. Бер юлы ике ҡыҙлы булып, күп балалы ғаиләгә әүерелгән Әлиә һәм Роберт Хәйруллиндарға артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү буйынса эш “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла.

Фото: Сибай ЗАГС-ы сайтынан.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас