Быйыл Ғафури районында, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһына ярашлы, йәмәғәтселек биләмәһе төҙөкләндереләсәк.
Былтыр районда йәшәүселәр тауыш биреү юлы менән Красноусол ауылы үҙәген, Октябрь урамын, үҙгәртеп ҡороу өсөн дизайн-проект һайлағайны. Унда йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар, урам фонарҙәре барлыҡҡа киләсәк, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйыласаҡ, биләмә йәшелләндереләсәк.
Әлеге ваҡытта “РефСтройПроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – подряд ойошмаһы – эште башлаған. Төҙөлөш кәрәк-яраҡтапры килтерелгән, бордюрҙар ҡуйыу өсөн асфальт демонтажланған. “Быйыл Көгөш йылғаһы буйын һәм “Юность” паркын төҙөкләндереү өсөн тауыш бирәсәкбеҙ”, - тип яҙҙы Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. 02.gorodsreda.ru сайтында 31 майға тиклем тауыш бирергә мөмкин. Күп тауыш йыйған объект 2024 йылда төҙөкләндереләсәк.
Әйткәндәй, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) төп бурыстарының береһе – уңайлы ҡала мөхитен яҡшыртыу. Милли проект граждандарҙы үҙ ҡалаларын төҙөкләндереүгә әүҙем ҡушылыуын күҙаллай. Бынан тыш, милли проекттың тағы бер маҡсаты бар – йыл һайын биш миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм 120 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән милли проекттар 2019 йылда старт алғайны.
Башҡортостандағы төҙөлөш тармағына килгәндә, эскроу-иҫәп файҙаланған төҙөүселәр һаны 90 процент тирәһенә барып етте. 124 төҙөүсенең 111-е йорттарҙы проект финанслауын ҡулланып сафҡа индерә. Тағы 283 фатирлыҡ торлаҡ комплексы Нефтекамала эскроу иҫәбе ярҙамында ғәмәлгә инәсәк.
- Республикала төҙөлөш тармағы эскроу иҫәбен файҙаланып финанслауға күсә бара. Төҙөүселәрҙең ҡалған 10 проценты йорттарҙы ошо схема буйынса төҙөүҙе тамамлай. Проекты финанслау иһә өлөшсөләр мәнфәғәтен файҙаланғанда гарантия булып тора, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов.
Фото: vk.com/fchingizov?z=photo518886214_457243498%2Fwall518886214_7403