Милли проекттар
13 Мая 2023, 05:50

IT-белгестәргә һорау арта

Өфөнөң юғары уҡыу йортонда һанлы компетенциялар үҫеше өсөн программа эшләнгән.

IT-белгестәргә һорау артаIT-белгестәргә һорау арта
IT-белгестәргә һорау арта

Өфө дәүләт нефть техник университеты яңы уҡытыу программалары буйынса йәштәрҙе туплаясаҡ. Яңы алымдар IT-программалар ярҙамында инженер мәсьәләләрен сисергә, айырым иҫәп өсөн алгоритмдар ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк. Вузда хәбәр итеүҙәренсә, был проект “Фән һәм университеттар” милли проектының “Өҫтөнлөк-2030“ программаһы буйынса тормошҡа ашырыла.

Программалар заманса һанлы трансформация талаптарына яуап бирә Һәм “Python ҡулланып инженер мәсьәләләрен эшләү нигеҙҙәре”, “СКАИС-СТАРТ һанлы экосистемаһы инженеры”,  “Программалы роботтар эшләү” һәм башҡа квалификациялар бирелә.

Программаларҙың береһе Python программалау теленә уҡытыуҙы күҙаллай, ул инженер иҫәптәрендә ҡулланыла. Был өлкәлә белем бөгөн көнүҙәк булып ҡала, сөнки предприятиеларҙа ғәҙәти Excel ярҙамында анализлау ҡатмарлыраҡ булған мәғлүмәттәр һаҡлана. Шуға ла заманса нефть һәм газ компаниялары IT-белгестәр һәм аналитиктар оҫталығына эйә булған инженерҙарҙы йышыраҡ эҙләй.

 “Фән һәм университеттар” милли проекты (национальный проект «Наука и университеты»), маҡсаттарына ярашлы, Рәсәй өҫтөнлөклө өлкәлә эшмәкәрлек алып барыусы  биш ил иҫәбенә инергә тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.

Фото: gtrk.tv

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас