Милли проекттар
13 Май 2023, 06:10

Китап уҡыусылар мәнфәғәтен хәстәрләп

Ишембай китапханаһына яңы әҙәбиәт алынған

Китап уҡыусылар мәнфәғәтен хәстәрләпКитап уҡыусылар мәнфәғәтен хәстәрләп
Китап уҡыусылар мәнфәғәтен хәстәрләп

Ишембай районының Үҙәк китапханаһы фонды “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект «Культура»)  сиктәрендә  яңы китаптар менән тулылана. Был  яңы быуын модель китапханаларын булдырыуға ҡағыла, тип хәбәр итә райондың мәҙәниәт бүлеге.  

Хәҙер һәр кем китапханала үҙенә кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте таба аласаҡ. Мәҫәлән, “Академия” нәшриәте сығарған китаптарҙа уҡыусылар эшсе һөнәрҙәренә ҡағылышлы әҙәбиәт менән таныша. “Феникс” нәшриәт йорто төрлө йәштәгеләр өсөн “Рус халыҡ әкиәттәре серҙәре” материалдар серияһын тәҡдим иткән.

Һәр китап үҙенең уҡыусыһын тапһын өсөн әҙәбиәтте комплектлау һәм эшкәртеү бүлеге тарафынан ҙур эш башҡарылған, шул иҫәптән халыҡтың фекере алынған, китап фонды торошо мониторингланған.

“Мәҙәниәт” милли проектының  (национальный проект “Культура”)  маҡсаты – ил буйынса мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеген күтәреү. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.

Фото: gtrk.tv

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас