Милли проекттар
15 Май 2023, 07:30

Бизнес-леди тыуған ауылын ҡайғырта

Ауылда 455 кеше, шул иҫәптән 79 бала йәшәй. Эшҡыуар ял зонаһын төҙөкләндереүҙе һәм биләмәне йәшелләндереү менән балалар майҙансығын төҙөүҙе күҙ уңында тота.

Бизнес-леди тыуған ауылын ҡайғыртаБизнес-леди тыуған ауылын ҡайғырта
Бизнес-леди тыуған ауылын ҡайғырта

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә сираттағы эшҡыуар Дүртөйлө районының Сарлаҡ ауылы биләмәһендә ял зонаһын төҙөкләндереү һәм балалар майҙасығын ойоштороуға финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте.

Ауыл өсөн бындай проект көнүҙәк булып тора, сөнки унда 455 кеше, шул иҫәптән 79 бала йәшәй. Бизнес-леди ял зонаһын төҙөкләндереүҙе һәм биләмәне йәшелләндереү менән балалар майҙансығын ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

“Йәштәрҙең, балаларҙың, өлкән йәштәгеләрҙең дуҫтарса матур шарттарҙа ял итеү, саф һауала аралашыу мөмкинлеге булырға, балаларҙың иһә телевизор алдында түгел, ә тиҫтерҙәре менән балалар майҙансығында уйнау мөмкинлеге булырға тейеш”, – тине осрашыуҙа ҡатнашыусы.

Белгестәр уға финанс ярҙамы саралары буйынса кәңәштәр биргән.

Бизнес менән шөғөлләнергә ниәтләүселәрҙең барыһын да Дүртөйлө районы хакимиәтенә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә саҡыралар. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(34787) 2-26-89, 2-19-48 телефондары буйынса алырға, ә ҡатнашыуға заявкағыҙҙы https://investrb.ru/ru/  порталында теркәргә мөмкин.

Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас