

Сибай ҡалаһында "Демография" милли проектының "Спорт -– йәшәү нормаһы" төбәк проекты сиктәрендә 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында баскетбол буйынса республика беренселеге үтте.
Призлы урындар өсөн Сибай, Баймаҡ, Салауат, Учалы, Белорет, Күмертау ҡалаларынан, Кушнаренко, Бүздәк, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарынан командалар йыйылды.
Кушнаренко районынан тренер-уҡытыусы Александр Михайлович Владимиров етәкселегендә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсылары лайыҡлы сығыш яһаны.
Бареева Софина, Борханова Адель, Ғилемшина Азалия, Десяткина Карина, Измайлова Аурика, Мусабирова Илнара, Мостаева Аделина, Сәхибгәрәева Лилиә, Һөнәева Алһыу, Хәйҙәрова Милана, Шәрипова Зарина составындағы ҡыҙҙар командаһы баскетбол буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә бронза призерҙар булды.
Баскетболсылар һәм уларҙың тренерҙары уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлауҙар алды.
Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Кушнаренко районы хакимиәте.