

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы, Благовещен үҙәк район дауаханаһына “РуСкан-60” ультратауыш аппараты алынды.
Яңы күп функциялы сканер юғары тәьҫирле, ышаныслы прибор. Ул тиҙләтелгән диагностика үткәреү һәм сифатлы һүрәттәр алыу өсөн тәғәйенләнгән.
– Яңы заманса ультратауыш аппараты алыу һөҙөмтәһендә функциональ диагностика кабинетын аса алдыҡ. Һыналған аппарат табиптарға бөтә тикшереүҙәрҙе тиҙ һәм сифатлы итеп үткәрергә ярҙам итәсәк, - тине дауахананың баш табибы Жанна Карунас.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.