

Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” рәүешендәге сираттағы ултырышта туристар өсөн башҡорт тирмәләрен ҡуйыу проекты ҡаралды.
Проекттың инициаторы - "Матрица" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Туғыҙбаев. Ойошма туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеү өсөн тиҙ ҡоролоусан бер тирмә һатып алған, артабан ошондай тағы ла бер нисә тирмә һатып алыу планлаштырыла. Тирмәләр башҡорт этнойорто стилендә эшләнә, унда теләгән һәр кем ял итеп кенә ҡалмай, башҡорт мәҙәниәте менән дә таныша ала.
Ойошмаға туризмды үҫтереү буйынса муниципаль программа сиктәрендә тирмә һатып алыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн конкурс буйынса һайлап алыуға документтар тапшырырға тәҡдим ителде.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.