Милли проекттар
27 Май 2023, 07:15

Законһыҙ сүплектәрҙе таҙарталар

Башҡортостанда «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә ҡала эстәрендәге  законһыҙ сүплектәрҙе юҡ итеү дауам итә. 

Законһыҙ сүплектәрҙе  таҙарталарЗаконһыҙ сүплектәрҙе  таҙарталар
Законһыҙ сүплектәрҙе таҙарталар

Башҡортостанда "Экология" милли проектының  «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә ҡала эстәрендәге  законһыҙ сүплектәрҙе юҡ итеү дауам итә. Мәҫәлән, шуларҙың береһе - Дәүләкән эсендә.

Сүплектең майҙаны 3,7 гектар тәшкил итә, бында 143 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылған. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта рекультивацияның техник этабы дауам итә - сүплек формалашҡан, ҡомло балсыҡтың тәүге ҡатламын һалыу тамамланған. Киләһе этапта биологик стадияны ғәмәлгә ашырыу - тупраҡты күп йыллыҡ үләндәр сәсеүгә әҙерләү башлана. Эштәр ағымдағы йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Бынан тыш, Благовещен, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Күмертау ҡалаларында йәнә 5 законһыҙ сүплекте юҡ итеү буйынса эштәр алып барыла.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылда тормошҡа ашырыла башланы.

 

 

Фото: zapovednik-khakassky.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас