

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов милли проекттар, шулай уҡ федераль һәм төбәк программалары буйынса яңыртылған ҡала объекттары төҙөлөшө менән танышты.
Тәүге объект – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы төҙөкләндерелгән Стәрле йылғаһы яры. Әле бында йәйәүлеләр зонаһы өсөн нигеҙ әҙерләнә. Тиҙҙән объектта эскәмйәләр һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Объекттағы бөтә эштәрҙе быйыл тамамлау планлаштырыла.
Хакимиәт башлығы шулай уҡ Стәрлетамаҡтың Революция урамындағы 12-се йорттоң подъездарын ҡарап сыҡты. Подряд ойошмаһы бында республика программаһы буйынса ремонт эштәрен тамамлап килә. Эшселәр иҙән плитәләрен алмаштырҙы, стеналарҙы һәм яндауырҙарҙы буяны. Әлегә тиклем күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт программаһы буйынса ҡыйыҡты һәм йорт фасадын яңыртҡайнылар.
Ашҡаҙар йылғаһы буйында ла төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Төҙөүселәр йәйәүлеләр юлына асфальт һәм таш түшәүгә тотондо.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/479090#scroll