Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Май 2023, 12:15

33 майҙансыҡ ҡайтанан йыһазландырыла

Мәсетле районына 100 евроконтейнер тапшырылды

33 майҙансыҡ ҡайтанан йыһазландырыла
33 майҙансыҡ ҡайтанан йыһазландырыла

Мәсетле районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проектына ярашлы Мәсетле районына сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн 100 евроконтейнер тапшырылды.

– Контейнерҙар район үҙәгенең Көньяҡ биҫтәһендә урынлаштырылды, яҡын арала уларҙы күп фатирлы йорттары янына ҡуя башлайбыҙ, – тине Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Альберт Ғилметдинов. – Йәмғеһе 33 майҙансыҡ ҡайтанан йыһазландырыла.

Хәҙер яңы контейнерҙар ҡуйылған урамдарҙа йәшәгәндәргә сүп-сарҙы сорттарға айырып йыйырға кәрәк. Йәшел төҫтәге контейнер ҡатнаш коммуналь ҡалдыҡтар, ҡыҙылы – быяла, зәңгәре ҡағыҙ, һарыһы  пластик ҡалдырҡтар өсөн тәғәйенләнә.

 

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/482531#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: