Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Май 2023, 13:15

Эсәр һыу сифатына иғтибар ҙур

“Таҙа һыу” проектының тәүге этабы быйыл тамамлана

Эсәр һыу сифатына иғтибар ҙур
Эсәр һыу сифатына иғтибар ҙур

Бөрө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Таҙа һыу” проекты буйынса районда бер нисә майҙансыҡта күләмле эш дауам итә. Бөрөнөң Карл Маркс урамында подрядсыға 500 метрлыҡ һыу торбалары һалырға ҡалған. Ул Совхоз урамындағы һыу торбаһы менән тоташтырыла. Тиҙҙән Павлов урамына 360 метрлыҡ торбалар үткәреү планлаштырыла.

Хәҙер подряд ойошмаһы һыу алыу ҡоролмаһына илткән юлды төҙөкләндерә. Шулай уҡ эшселәр биләмәне ҡоймалай, насос станцияһын нығыта.

Мәғлүм булыуынса, быйыл “Таҙа һыу” проектының тәүге этабы тамамланырға тейеш. Икенсе этапта ҡалала үҙәк һыу үткәргестәрҙе алмаштырыу, һыу баҫымын көйләгестәр ҡуйыу ҡаралған.

 

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/482819#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: