Милли проекттар
2 Июнь 2023, 06:30

Саҡмағоштар – Санкт-Петербургта

 “Дуҫлыҡ” ансамбле халыҡ-ара конкурс-фестивалдә Гран-при яуланы.

Саҡмағоштар – Санкт-ПетербургтаСаҡмағоштар – Санкт-Петербургта
Саҡмағоштар – Санкт-Петербургта

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә Саҡмағоштың “Дуҫлыҡ” фольклор-хореография ансамбле Санкт-Петербугта булып ҡайтты. Унда “Май салюты” конкурс-фестивале үтте.

Фестиваль йомғаҡтары буйынса беҙҙең коллектив барыһын да һоҡландырған һәм Гран-при яулаған. Шулай уҡ жюри ҡарары менән “Дуҫлыҡ” ансамбле быйыл ноябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк “Мәскәү йәйғоры” халыҡ-ара сәнғәт конкурс-фестивалендә ҡатнашһын өсөн аҡсалата грант менән наградланған.

Конкурста ҡатнашыусылар төрлө жанрҙарҙа сығыш яһаған: вокал, инструменталь жанр, хореография, театр, цирк. Жюри составына Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙан алдынғы белгестәр, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ижади вуздар уҡытыусылары, композиторҙар, профессиональ артистар ингән.

Конкурс бик юғары кимәлдә ойошторолған, программа төплө уйланылған, жюри ағзалары ла профессиональ кимәлдә эшләгән. Түңәрәк өҫтәлдәр ҙә үткәрелгән. Жюри ағзалары һәр сығышты иғтибар менән ҡараған, файҙалы кәңәштәр биргән. Конкурс унда ҡатнашыусыларға үҙ һәләттәрен күрһәтергә генә булшылыҡ итмәгән, ә бик бай тәжрибә тупларға ла ярҙам иткән.

“Конкурста ҡатнаша алғаныбыҙға бик шатбыҙ. Күп итеп эмоциялар һәм шәп бүләктәр алдыҡ. Беҙ ансамблде, ата-әсәләрҙе һәм етәксебеҙ Эльза Сәйетгәрәеваны лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ”, – тигән ата-әсәләрҙең береһе Лариса Байбакова.

Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

 

Саҡмағоштар – Санкт-Петербургта
Саҡмағоштар – Санкт-Петербургта
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас