

Республика балалар клиник дауаханаһында йыл һайын 1 500-ҙән ашыу бала 20 профиль буйынса юғары технологиялы ярҙам ала.
Ҡатмарлы диагнозлы балаларға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса махсус квоталар бүленә. Мәҫәлән, хирургия профиле буйынса 783 квота алынған. Бында яңы тыуған балалар хирургияһы, акушерлыҡ һәм гинекология, торакаль хирургия, нейрохирургия, отоларингология, травматология һәм ортопедия, урология һәм йөҙ-яңаҡ хирургияһы инә. Педиатрия, гастроэнтерология, кардиоревматология, нефрология, эндокринология буйынса 308 квота бүленә. Быларҙан тыш, дауахана неонатология буйынса 216, онкология буйынса 188 квота ала.
1 800-ҙән ашыу бала төрлө федераль медицина үҙәктәренә ебәрелә. Юғары технологиялы медицина ярҙамы алыу осраҡтары һаулыҡ һаҡлауҙың Берҙәм мәғлүмәт системаһына индерелә. Башҡортостанға ла юғары технологиялы ярҙам алыу өсөн илдең бөтә төбәктәренән кескәй пациенттар килә. Республикабыҙҙа балалар һаулығын һаҡлау – тармаҡтағы иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Ул Һаулыҡ һаҡлау министрлығының даими күҙәтеүендә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы